Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2019, 12:22

Бөгөн көслө ел сығыуы күҙаллана

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы республика халҡын 15 июлдә секундына 17-22 метр тиҙлеккә еткән киҫкен ел тураһында иҫкәртә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы республика халҡын 15 июлдә секундына 17-22 метр тиҙлеккә еткән киҫкен ел тураһында иҫкәртә.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, аяҙлы-болотло көн торошо көтөлә. Көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан секндына 5-10 мет тиҙлектә иҫәсәк. Һауа температураһы көндөҙ +18,+23 градус, республиканың көньяғына табан +30 градусҡа абрып етәсәк.
Иртәнсәк автомобиль юлдарының айырым урындарында томан төшәсәк. Күреү мөмкинлеге – 500-1000 метр, ямғыр яуғанда 1-2 саҡрымдан артмаясаҡ.
Читайте нас: