Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2019, 12:03

Йондоҙҙар ни юрай икән?

15 июлдән 21-енә тиклемге йондоҙнамәгә күҙ һалығыҙ.

15 июлдән 21-енә тиклемге йондоҙнамәгә күҙ һалығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Аҙна мәшәҡәтле булыр. Эштә лә, йортта ла өлгөрөшөүе ҡыйынға тура килер. Йәкшәмбе мөһим осрашыуға барырһығыҙ. Аҡса менән һаҡ ҡыланығыҙ. Билдәһеҙ банктарға ышанмағыҙ. Дүшәмбе ҡыйбатлы әйбер һатып алыуҙан тыйылығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)

Тирә-йүндәгеләрҙең иғтибарын үҙегеҙгә йәлеп итергә тырышырһығыҙ. Ял көндәре апаруҡ ҡына килем керер. Ҡыҙыулыҡтан ниҙер әйтеп, кемделер буштан үпкәләтеүегеҙ бар. Етәкселектең эшегеҙҙе ныҡлы күҙәтеүен онотмағыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Был осор сюрприздарға бай булыр. Ремонт, йорт мәшәҡәттәре тураһында онотоп тороғоҙ. Яңы үҫеш, асыштар өсөн көс йыйырға кәрәк. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙә ҙур проблемалар килеп тыуыр. Матди хәлегеҙ маҡтанырлыҡ түгел.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышыу мөмкинлеге тейер. Күсемһеҙ милек менән эш иткәндә эске һиҙемләүегеҙгә генә таянығыҙ. Таныш булмаған кешеләргә пландарығыҙ тураһында һөйләмәгеҙ. Туғандарығыҙҙың ярҙамын тойорһоғоҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Сәләмәтлегегеҙгә зарланмаҫһығыҙ. Туҡланыу рационына витаминдар индерегеҙ. Теш врачына дүшәмбе бармағыҙ. Яҡын дуҫығыҙ менән бәхәскә инеүегеҙ ихтимал. Тәнҡит һүҙҙәрен күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ. Шәмбе ҡунаҡҡа саҡырырҙар.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Яҡындарығыҙға ҙур иғтибар бирерһегеҙ. Яратҡан кешегеҙ менән асыуланышырһығыҙ. Эштә үҙегеҙҙе бар яҡлап та күрһәтә алаһығыҙ. Артығын ашау, спиртлы эсемлектр менән мауығыу бауырығыҙға кире тәьҫир итер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр көтөлә. Күптән дуҫлашып йөрөгән егетегеҙ тәҡдим яһар. Эшегеҙ һиҙелерлек килем килтерер. Осор килешеүҙәр төҙөү өсөн уңайлы. Сәйәхәткә йыйыныусыларҙы ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс юл көтә.

Саян (24.10 – 22.11)

Был аҙнала төрлө проекттарҙа ҡатнашыу кәңәш ителмәй. Унан бер файҙа ла булмаясаҡ. Үҙегеҙҙе яратығыҙ: матурлыҡ салонына барығыҙ, яңы прическа эшләтегеҙ. Өлкән йәштәге саяндарға медицина белгесенең кәңәше кәрәк булыуы ихтимал.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Икенсе яртығыҙ һеҙгә ышанмай, тикшереп кенә тора. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланыусылар сәләмәтлегенә ҡарата иғтибарлы булһын. Үҙегеҙҙе уратып алған кешеләр менән ирешеп-талашып йөрөмәгеҙ. Шаршамбы банкка бармағыҙ.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Хис-тойғоларығыҙға хужа була белмәйһегеҙ. Шул арҡала төрлө күңелһеҙ хәлдәргә осрайһығыҙ. Эш алыштырыу тураһында уйланаһығыҙ. Тик уңышлы тәҡдимдәр генә юҡ. Иптәшегеҙ һеҙҙе аңлап, ҡурсалап ҡына тора. Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәйһегеҙ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла һәйбәт. Ҡапыл килеп тыуған ҡыҙыҡлы идеяларҙы бойомға ашырыу өсөн күп көс түгергә кәрәк булыр. Руль артындағылар айырыуса иғтибарлы булһын. Шикле тәҡдимдәргә ышанмағыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Бер туҡтауһыҙ аҡса «яуып» торор. Өҫтәмә килем табырһығыҙ йәки хеҙмәт хаҡын күтәрерҙәр. Милек алырға йыйынһағыҙ, быны оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Белмәгән килеш йорттағы йыһазды ремонтлауға тотонмағыҙ. Ғаиләгеҙҙә ыҙғыш сығыуы бар.
Читайте нас: