Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2019, 16:03

Ял көндәрендә - эҫелек, йәшенле ямғыр

13 июлдә көндөҙ төбәктең көньяҡ-көнсығышында +39 градусҡа тиклем еткән эҫелек көтөлә. Йәшенләп ямғыр яуасаҡ, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етәсәк.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы республикала йәшәүселәрҙе хәүефле тәбиғәт күренеше тураһында иҫкәртә. 13 июлдә көндөҙ төбәктең көньяҡ-көнсығышында +39 градусҡа тиклем еткән эҫелек көтөлә. Йәшенләп ямғыр яуасаҡ, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етәсәк.
Синоптиктар әйтеүенсә, республикала аяҙлы-болотло көн торошо көтөлә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, төньяҡ-көнбайышта ҡойма ямғырҙар яуһа, көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ ҡайһы бер урындарҙа боҙ борсағы яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫәсәк. Температура төндә +16,+21 градус, көндөҙ +24,+29, республиканың көньяҡ-көнсығышында +34,+39.
Автомобиль юлдарының айырым урындарында төндә һәм иртәнсәк томан төшәсәк. Күреү мөмкинлеге — 500 метр һәм унан кәмерәк.
Читайте нас: