газета "Салауат"
0 °С
Облачно
Новости
12 Июля 2019, 10:23

Йәштәрҙе күңелле ял көтә

Ял көндәрендә республикала йәштәр өсөн бер нисә фестиваль ойошторола.

Ял көндәрендә республикала йәштәр өсөн бер нисә фестиваль ойошторола. Байрамдар бөгөн башланып, 14-енә тиклем дауам итә. Төп саралар 13 июлдә уҙа.
Күгәресен районында «Мораҙым — FEST — 2019» башҡорт йәштәре йыйыны үтә. Унда спорт ярыштары, концерт һәм дискотека була. Популяр музыкант Заһир Зәйнетдинов байрамдың төп ҡунағы итеп саҡырылған.
Ейәнсура районында «Аманат дуҫтарын йыя» фестивале уҙа. Унда танылған йырсылар Венер Абдуллин, Вилдан Яруллин сығыш яһай.
Ишембай районы Аҙнай ауылында «Ҡош юлы» бард фестивале ойошторола.
Йылайыр районында «Алға, Урал аръяғы» фестивалендә ҡатнашырға мөмкин. Уның барышында бокс оҫталары асыҡ беренселектә көс һынаша ала.

Читайте нас