Өлкән йәштәгеләр, пенсияһы аҙ булыуы сәбәпле, һәр тинде иҫәпләргә мәжбүр. Шуға улар, ғәҙәттә, ниндәй генә тәбиғәт шарттары булмаһын, юл хаҡы осһоҙораҡ булған троллейбусты көтә. Был хәлгә шаһит булған баш ҡалалағы 216-сы маршрут водителе Рәфил Мәхмүтов хаҡлы ялдағыларға ярҙам итергә һәм 65-тән уҙғандарҙан түләү алмаҫҡа ҡарар итә. Мәрхәмәтле кешеләр бар икән донъяла!