газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль 2019, 14:34

Һынатмаҫтар тип ышанабыҙ

Башҡортостанда 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары башланды.Мәртәбәле сарала Салауаттан да 18 үҫмер ҙә ҡатнаша. Улар дүрт спорт төрөндә: йөҙөүҙә, ҡаяға үрмәләүҙә, грек-рим һәм дзюдо көрәштәрендә үҙ көсөн һынаясаҡ.

Башҡортостанда 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары башланды. Донъяның утыҙ иленән һәм 89 ҡалаһынан килгән йәш спортсыларҙы «Өфө Арена» боҙ һарайында сәләмләнеләр. Быйылғы уйындарҙа малай-ҡыҙҙар туғыҙ спорт төрөндә көс һынашасаҡ.

Республикала бындай күләмле спорт сараһы икенсе тапҡыр уҙғарыла. 2013 йылда үткән балалар уйындары ойоштороу яғынан юғары кимәлдә булыуы менән иҫтәлекле булды. Мәртәбәле сарала Салауаттан да 18 үҫмер ҙә ҡатнаша. Улар дүрт спорт төрөндә: йөҙөүҙә, ҡаяға үрмәләүҙә, грек-рим һәм дзюдо көрәштәрендә үҙ көсөн һынаясаҡ. Беҙ уларға уңыштар теләйбеҙ. Һәм тағы бер факт: Халыҡ-ара балалар уйындарында 17-се мәктәпте тамамлаған, конкиҙа йүгереү спорты буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Япониялағы XVIII ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы Андрей Кривошеев баш судья буласаҡ.


Читайте нас: