газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль 2019, 14:23

Салауатта һауа иң бысрағы

Башҡортостанда атмосфераға сығарып ташланған зарарлы матдәләр йыл эсендә 5 процентҡа артҡан тиелә БР-ҙың Экология министрлығының докладында. 2018 йылда стационар объекттарҙан һауаға 455,4 мең, ә транспорттан 429,3 мең тонна бысратыусы матдәләр эләккән. Был күрһәткес буйынса Салауат ҡалаһы республикала иң бысраҡ ҡалаһы булып иҫәпләнә.

Башҡортостанда атмосфераға сығарып ташланған зарарлы матдәләр йыл эсендә 5 процентҡа артҡан тиелә БР-ҙың Экология министрлығының докладында. 2018 йылда стационар объекттарҙан һауаға 455,4 мең, ә транспорттан 429,3 мең тонна бысратыусы матдәләр эләккән.

Был күрһәткес буйынса Салауат ҡалаһы республикала иң бысраҡ ҡалаһы булып иҫәпләнә. Беҙҙә бер кешегә 321 килограмм зарарлы матдә тура килә. Салауаттан һуң Нефтекама ҡалаһы килә, унда бер кешегә 237 килограмм тап килә. Өсөнсө урында Октябрьский ҡалаһы.

Күрше Стәрлетамаҡ ҡалаһында был күрһәткес 217 килограмм, Өфөлә 189 килограмм, Күмертауҙа - 184, Ағиҙелдә 107 килограмм тәшкил итә. Республиканың иң таҙа ҡалаһы итеп Межгорье һәм Сибай табылған. Уларҙа бер кешегә 65 һәм 84 килограмм зарарлы матдә тура килә.


Читайте нас: