газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль 2019, 10:55

Пилот иҫен юғалтҡан

Montenegro Airlines авикомпанияһы самолеты Черногорияның Тивата ҡалаһынан Мәскәү аэропортына юллана. Әммә билдәнгән ергә килеп етмәй, Калугала ултырырға мәжбүр була. Осош ваҡытында беренсе пилот иҫен юғалтҡан.

Montenegro Airlines авикомпанияһы самолеты Черногорияның Тивата ҡалаһынан Мәскәү аэропортына юллана. Әммә билдәнгән ергә килеп етмәй, Калугала ултырырға мәжбүр була. Осош ваҡытында беренсе пилот иҫен юғалтҡан икән. Бәхеткә, лайнер иҫән-һау ғына ултыра. Пассажирҙар зыян күрмәгән. Самолет командирын ергә ултырыу менән дауаханаға алып китәләр.

Пассажирҙарға икенсе пилотҡа рәхмәттәрен уҡырға кәрәк. Ул ваҡытында диспетчерҙар менән бәйләнешкә сыға һәм самолет менән идара итеүҙе үҙ ҡулдарына ала. Диспетчерҙар уға ашығыс рәүештә Калугала ултырырға ҡуша. Әле пассажирҙар Калуга аэропортында икенсе самолет көтөргә мәжбүр.
Читайте нас: