газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль 2019, 09:41

Луизаның ире лә ҡулға алынды

Луизаның ире Марат Хәйруллинды ла ҡулға алдылар. Ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәре Өфө аэропортында, самолеттан төшөп килгәндә ҡаршы алған.

Луизаның ире Марат Хәйруллинды ла ҡулға алдылар. Ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәре Өфө аэропортында, самолеттан төшөп килгәндә ҡаршы алған.

Ул Салауат ҡалаһының полиция бүлексәһендә даими теркәлеп торорға тейеш булған, әммә тейешле ваҡытта килмәгән. Баҡтиһәң, ир Мәскәүгә тапшырыуҙа ҡатнашыу өсөн осҡан икән. Әйткәндәй, Беренсе каналда “Пусть говорят” тапшырыуы сыҡты, ғаилә башлығы унда аҡсаның ҡайҙа булыуы тураһында һөйләне һәм аҡса йыйыу тураһында иғлан итте.

Өфөлә Луизаға суд буласаҡ. Ҡатындың адвокаттары уны тикшереү бөткәнсе өйөнә ҡайтарыуҙы һорамаҡсы. Судты Луиза СИЗОла көтөрмө, әллә өйөндәме? Әлегә билдәһеҙ.
Читайте нас: