Юғары суд беренсе инстанция суды ҡарарын көсөндә ҡалдырҙы - Хәйруллина кәмендә 2 сентябргә тиклем ултырасаҡ әле. Ҡарар менән ҡатындың адвокаттары риза түгел. Уларҙың һүҙҙәренсә, тикшереү барышында Луизаның статьяһы буйынса (160-сы статья) һаҡ аҫтына алыу тыйыла. Балаларҙы ла әлегә тиклем бер кем дә опекаға алмаған. Был эш буйынса ҡаза күреүсе яҡ та билдәләнмәгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, адвокаттар фекеренсә, эштә етешһеҙлектәр бик күп. Хәҙер Луизаның адвокаттары кассация ялыуы бирмәксе. Иҫегеҙҙәлер, кисә Марат та ҡулға алынды һәм хәҙер Хәйруллиндарҙың икеһе лә һаҡ аҫтында. Ир эш буйынса ҡатнашыусы булараҡ үтә. Тәфтишселәр фекеренсә, Марат аҡсаны ҡатынынан көсләп урлатҡан.