Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль 2019, 10:52

Етем илаһа - ер-һыу илар

Нефтекама ҡалаһы прокуратураһы етем балаларҙың мөрәжәғәтен тикшерҙе һәм уларҙың хоҡуғын боҙоу осраҡтарының ғәмәлгә тап килеүен раҫланы.

Нефтекама ҡалаһы прокуратураһы етем балаларҙың мөрәжәғәтен тикшерҙе һәм уларҙың хоҡуғын боҙоу осраҡтарының ғәмәлгә тап килеүен раҫланы. Мөрәжәғәттә ҡалалағы 12 етемдең оҙаҡ ваҡыт инде торлаҡ алыуға сиратта тороуы, ләкин, ошо үҫмерҙәргә 18 йәш тулып уҙһа ла, муниципалитеттың уларға фатир бирергә ашыҡмауы тураһында әйтелә. Ә бит, торлаҡ ҡануниәтенә ярашлы, уларға социаль торлаҡ бирелергә тейеш. Суд прокуратураның был дәғүәһен урынлы тип тапҡан һәм һөҙөмтәлә ҡала хакимиәте күп ҡатлы яңы йортта 12 фатир һатып алған. Уларҙың асҡыстары хужаларына тапшырылған да инде.
Читайте нас: