Салауатта тәрбиәләнеп үҫкән Эмиль Сәйфетдинов спидвей буйынса донъя чемпионатында лидер булды.
Швецияла уҙға ярыштарҙың дүртенсе этабындағы финал заезында ул словак Мартин Вацуликаны, Австралия вәкиле Макс Фрикты һәм былтырға гран-при еңеүсеһе поляк Мачей Яновскийҙы уҙып, ышаныслы еңеү яулай. Яҡташыбыҙ иң күп мәрәй йыйыуға ла өлгәшә.
Эмиль Сәйфетдиновтың әлеге гран-приҙағы еңеүе етенсегә. Тәүге өсәүһенә бынан ун йыл элек ирешкәйне, тағы ла өс тапҡыр 2013 йылда булды был хәл һәм шул сорҙа ул донъя чемпионатында ла алдынғылыҡта килә ине, әммә йәрәхәтләнеүе арҡаһында уҙышты тамамлай алманы. Хәҙер Салауат спортсыһының ысынлап та донъя чемпионы булыу мөмкинлеге бар. Киләһе гран-при 3 августа Польшала үтә. Ә 20-21 июлдә Тольяттиҙа «Милләттәр спидвейы» тигән командаларҙың донъя чемпионаты була һәм унда Рәсәй йыйылма командаһын Эмиль Сәйфетдинов етәкләйәсәк.