газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль 2019, 18:49

Ауыр енәйәт

Икеләтә ауыр енәйәт ҡылыусыға Башҡортостандың юғары суды хөкөм ҡарары сығарҙы.

Икеләтә ауыр енәйәт ҡылыусыға Башҡортостандың юғары суды хөкөм ҡарары сығарҙы. К. әфәнде үҙ фатирында ҡыҙ менән егетте тереләй яндырыуҙа ғәйепләнә. Ир үҙенә төрлөсә алиби эҙләп ҡарай, әммә ҡыҙ үлер алдынан тикшереүселәргә дөрөҫөн һөйләп өлгөргән була. К. тәүҙә, эйе мин, ти, шунан кире баш тарта. Үҙен аҡлар өсөн әллә ҡасан үлгән күршеһен шаһит булараҡ атай, йәнәһе, фатирҙа янғын башланғанда, уның, йәғни ғәйепләнеүсенең, магазинға сыҡҡанлығын шул күршеһе күргән. Быныһы үтмәгәс, икенсе фараздарын да килтерә. Егетенең үлгәнен дә белмәгән, тәненең 40 проценты янған ҡыҙ тикшереүселәрҙең һорауҙарына хәлде бөтә тулылығында һөйләй, интернет селтәрендә видеояҙма ла бар. Бер нисә көндән ҡыҙ ҙа вафат була.

Ике кешенең ғүмерен күрәләтә аяуһыҙ өҙгән өсөн К. 16,5 йылға иркенән мәхрүм ителде. Был мәлгә урлашыу өсөн шартлы рәүештә язаһы булғанлыҡтан, уны 17 йылға ҡаты режимлы төрмәгә ултырттылар.
Читайте нас: