Был саҡта медицина тикшеренеүҙәре үткәреү тәртибе үҙгәрәсәк. Үҙгәрештең маҡсаты - наркотик һәм психотроплы матдәләрҙе файҙаланыуҙы иртә асыҡлау. Мотлаҡ рәүештә опиаттарға, амфетамин, кокаин һәм башҡа тыйылған матдәләргә тикшеренеү үткәреләсәк. Ата-әсәләр, йәмғиәт был хаҡта ни әйтер, проектҡа ҡаршы төшөүселәр булмаҫмы - быныһын ваҡыт күрһәтер.