газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2019, 13:10

Ышанырғамы? Юҡмы?

“Луиза Хәйруллина фонды” тип аталған рәсми төркөмдәге мәғлүмәттәргә ярашлы, банктан аҡса бер көндә түгел, ә ике йыл дауамында сығарылған, тигән яңылыҡ донъя күрҙе. Имеш, был турала Луизаның ире Марат һөйләгән.

“Луиза Хәйруллина фонды” тип аталған рәсми төркөмдәге мәғлүмәттәргә ярашлы, банктан аҡса бер көндә түгел, ә ике йыл дауамында сығарылған, тигән яңылыҡ донъя күрҙе. Имеш, был турала Луизаның ире Марат һөйләгән.

Ир менән Луизаның адвокаттары осрашҡан. Улар әйтеүенсә, Марат үҙен тыныс тота, дәртле йөрөп ята. Өҫ-башы ҡараулы, ыҫпай кейенгән. Үҙе ҡиммәтле смартфондан ғына һөйләшә икән.

- Марат менән аралаштыҡ. Уның фекеренсә, улар, ысынлап та, аҡсаны алған. Ул күктә осоп йөрөй һәм үҙен ултыртмауҙарына ышана. Уға аңлатырға тура килде: аҡса урланғас, уны кәмендә ҡайтарырға кәрәк. Ә аҡса ҡайҙа? “Аҡса юҡ”, ти Марат, - тип яҙа адвокаттар төркөмдә. Ир әйтеүенсә, банктан аҡса һуңғы ике йыл буйы урланған. Дөйөм сумма 25 миллион 500 мең һум тәшкил итә. Аҡса урлауҙы Марат талап иткән. Ҡатынына баҫым яһаған, алып ҡайтмаһаң, полицияға тапшырам, тип ҡурҡытҡан. Аҡса уға брокер ставкалары өсөн кәрәк булған. Сумманың яртыһын ул былтыр уҡ уйнап бөткән. Луизаны даими алдаған: тағы әҙ генә түҙ ҙә, бөтә аҡсаны кире ҡайтарасаҡмын, тигән. Юғалған көндәрендә банкта ни бары миллион һум тирәһе генә аҡса ҡалған. Шуны алғандар ҙа һыҙғандар. Яҡын тирәлә ҡасып йөрөгәндәр һәм Ҡазанға барып еткәндәр. Балалар бер кемгә лә шылтыратмаған. Уларҙы нисек табыуҙарын үҙҙәре лә белмәй. Бына шундай хәлдәр, - тип яҙалар социаль селтәрҙәрҙә.



Читайте нас: