2021 йылға тиклем Башҡортостандың барлыҡ социаль объекттары интернетҡа тоташыу мөмкинлеген аласаҡ. Был эш “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Мәғариф, медицина тармаҡтары биналары, полиция бүлексәләре, янғын частары, военкоматтар, һайлау комиссиялары, урындағы үҙидара органдары һ.б. - барыһында ла интернет селтәре буласаҡ. Дөйөм иҫәп - 2700-ҙән ашыу социаль әһәмиәтле объект, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетында. Интернеттың тиҙлеге, бәйләнештең төрөнә ҡарап, секундына 10 - 100 Мбит буласаҡ. Эште уҙғарыу операторы быны аукцион һөҙөмтәләренә ҡарап билдәләйәсәк. “Аукционды 2019 йылдың 19 июлендә үткәреү планлаштырылған. Контракттың башланғыс максималь хаҡы 2,5 миллиард һум тирәһе”, - тиҙәр ведомствола.