Луиза Хәйруллина тураһындағы тарих халыҡ араһында һаман ҡыҙыҡһыныу уята, шуға күрә был тема ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Әле иһә интернетта, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Луиза Хәйруллина фонды” тигән төркөм барлыҡҡа килде. Яңы ғына булдырылған төркөмдә был хәл һәм уның барышы тураһында тик дөрөҫлөккә тап килгән яңылыҡтар ғына баҫылып барасаҡ, тип ышандыра уны ойоштороусылар. Төркөмдәге тәүге яңылыҡ шундай: Луизаның ике адвокаты бар икән. Әйткәндәй, Луизаның ире Маратҡа бер кем дә адвокат ялламаған, ул үҙе тураһында үҙе ҡайғыртырға тейеш. Шулай уҡ Луизаның яңғыҙ камерала ултырыуы, хәленә һәм шарттарға зарланмауы тураһында ла хәбәр бар. Тәфтишселәргә ул әлегә мәғлүмәттәр бирмәй, тиҙәр.