газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2019, 18:33

Юлдарҙағы "күҙҙәр" тикшерә

Башҡортостандың автомобиль юлдарында һәм урам-юл селтәрҙәрендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы автоматик рәүештә теркәүсе 238 комплекс ҡуйылды.

Башҡортостандың автомобиль юлдарында һәм урам-юл селтәрҙәрендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы автоматик рәүештә теркәүсе 238 комплекс ҡуйылды. Юлдарҙа авария осраҡтарын һәм һәләк булғандар һанын кәметеү маҡсатында был комплекстар һанын йыл аҙағына тиклем йәнә 289 берәмеккә арттырыу ҡарала. Өфөлә 1 ноябргә тиклем 62 комплекс ҡуйыу күҙаллана. 1 декабргә тиклем сервис моделе буйынса юлдарҙа һәм ҡала-райондарҙың урам-юл селтәрҙәрендә тағы ла 150 комплекс урынлаштырыласаҡ. Шулай итеп, йыл аҙағында комплекстар һаны 527-гә етәсәк.
Читайте нас: