газета "Салауат"
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2019, 18:19

Йоҡтороп ҡуймағыҙ

Күптән түгел республикала 14 йәшлек бала энтеровирус менингиты менән зарарланған.

Күптән түгел республикала 14 йәшлек бала энтеровирус менингиты менән зарарланған. Былтыр хәүефле ауырыуҙы ике балала тапҡайнылар. Ғәҙәттә, ул сир йәй көнө йоға икән.

Был сир мәлендә биҙгәк тотоу, ныҡ итеп баш ауыртыу, ҡоҫоу күҙәтелә. Баш мейеһендәге сир сығанағын табыу өсөн дауаханала магнит-резонанс һәм компьютер томографияһы үткәрәләр.

Хәүефле ауырыуҙан һаҡланыу өсөн табиптар ҡайнатылған йәки таҙартылған һыу ғына эсергә, йәшелсә-емеште йыуып ашарға, баланың иммунитетын нығытырға кәңәш итә.
Читайте нас: