Башҡортостан парламенты ҡабул иткән ҡанунға ярашлы, хәҙер сүп-сарҙы, ҡороған үләнде, ағас олондарын, ҡыуаҡлыҡты яндырған өсөн штраф түләтеү ҡарала.
Һүҙ парктар һәм скверҙар тураһында ғына бара. Депутаттар раҫлауынса, был ҡанундың ҡабул ителеүенә халыҡтан күп һанлы мөрәжәғәттәр килеүе сәбәпсе: ял урындарында шундай төтәтеү ойоштороу уңайһыҙлыҡ тыуҙырып ҡына ҡалмай, ә һаулыҡҡа ла зыян килтерә. Етмәһә, бындай урындарҙа йыш ҡына бала-саға менән ял итәләр. Был штраф граждандар өсөн - 500 йөҙ һумдан 2 мең һумға саҡлы, ә ойошмаларға ҡарата 5 меңдән 10 мең һумға тиклем тәшкил итә. Шәхси ихаталарға һәм баҡсаларға был ҡағылмай.