Өфөлә алты йәшлек малай колготкиға уралып, быуылып үлгән. Табиптар килгәндә, малай йән биргән булған. Ғаилә яҡшылар иҫәбендә, ата-әсәһе эскесе түгел. Был малайҙан тыш, тағы ике бала үҫтерәләр. Фажиғәнән алда ғына ғаиләлә байрам үткәргән булғандар, шунлыҡтан балалар күҙ уңынан ысҡынған. Был хәл буйынса тикшереү бара.