Салауат ҡалаһында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре Луизаның ире Маратты “юғалтҡан”.
“Хәбәрҙәр” тапшырыуы сығанаҡтары мәғлүмәте буйынса, ир кисәнән бирле бәйләнешкә сыҡмай. Уның туғандары белдереүенсә, оперативниктар килеп уны эҙләгән.
Фараздарҙың береһе буйынса, ул кисә полицияның урындағы бүлексәһендә теркәлергә тейеш булған, тик килмәгән. Икенсе мәғлүмәт буйынса, Мараттың әле Мәскәүгә китеп барыуы ихтимал. Ул унда билдәле тапшырыуҙа ҡатнашып, халыҡтан Луиза өсөн аҡса йыйыуҙа ярҙам һорамаҡсы.
Бөгөн иртән хәбәр итеүебеҙсә, банктан урланған аҡсаны Марат ҡомарлы уйындарҙа уйнап, йыйылған бурысы өсөн тотонған.
Эйе, ирҙәргә ышаныс юҡ. Ҡатынын төрмәгә ултыртып, үҙенең тайыуы ла бик ихтимал шул...