газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2019, 10:49

Кеше малы бәхет килтермәй

Белорет ҡалаһында бер ҡатын автомобилен ихатаға ҡуйып, йортона инеп китә. Төндә тороп ҡарағанда тимер атынан "ел иҫкән" була.

Белорет ҡалаһында бер ҡатын автомобилен ихатаға ҡуйып, йортона инеп китә. Төндә тороп ҡарағанда тимер атынан "ел иҫкән" була. Белорет районы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре енәйәтсенең эҙенә тиҙ төшә. Автомобиль ҡарағын Силәбе өлкәһендә тоталар. Ул 47 йәшлек Магнитогорск кешеһе булып сыға. Ҡулға алғанда уның гаражынан автомобилдең һаҡлау системаһын блокировкалау өсөн махсус техник прибор табыла, урланған транспорт та шунда була. Ул автомобилде һүтеп, запас частарға һатырға уйлаған. Әле уның республика биләмәләрендә теркәлгән оҡшаш енәйәттәргә ҡығылышы булыу-булмауы тикшерелә.
Читайте нас: