Шулай тине оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе. Балтас районында берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен боҙоп күрһәтергә маташыу осрағы теркәлгән.Шунлыҡтан 16 сығарылыш класс уҡыусыһы аттестатһыҙ ҡалған. "Беҙ дәрәжәле республика, беҙҙең йәштәр ҙур абруй менән файҙалана, шуға ла был осраҡ уларға ҡара тап булып яғыласаҡ. Бар илгә танылыу алдыҡ", - тине Радий Хәбиров. Уның ҡушыуы буйынса Балтас районы хакимиәте башлығына ғәйеплеләрҙе табыу бурысы ҡуйылды. Улар менән уйлап тормайынса хушлашырға тура киләсәк. Әгәр ҙә имтихан күрһәткестәрен боҙоп күрһәтеүҙә муниципаль хеҙмәткәрҙәр ҡатнашһа, уларҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу мәсьәләһен ҡарарға кәрәк, тине Башҡортостан етәксеһе.