Ингушетияла ҡала дауаханаһына ете йәшлек ҡыҙҙы килтергәс, тетрәнмәгән кеше ҡалмаған. Ҡыҙҙың тәнендә бер генә лә имен ере булмай. Бөтә тәне һәм башы күгәргән, һыҙырылған, йә тешләнгән, йә бешкән, ҡайһы бер яралары эренләй башлаған, уң ҡулы һынған һәм, дөрөҫ бәйләнмәгәнлектән, ҡан әйләнеше боҙолған, арҡа һөйәге йәрәхәтләнгән…. Табиптар кисекмәҫтән операция эшләй һәм баланың хәлен бер аҙ еңеләйтә.
Артабан дауаланыу өсөн уны Мәскәү дауаханаһына килтерәләр. Ҡыҙ иҫенә килгән. Ул атаһы яҡлап инәһендә йәшәгән. Бер генә документы ла юҡ, бер ерҙә лә иҫәптә лә тормай. Физик һәм интеллектуаль яҡтан бик үҫешмәгән. Инәһе әйтеүенсә, ҡыҙ яңыраҡ сүп соҡорона осоп төшөп ҡулын һындырған, унан алда иҙәндә торған ҡайнар ашҡа ултырғанда осаһын бешергән. Балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилгә инәһе уны үҙе генә дауалауы тураһында һөйләгән. Ғаиләлә ҡыҙҙан башҡа ҡатындың биш йәшлек ике улы бар. Уларҙы ла тикшереп ҡарайҙар, әммә малайҙар һап-һау. Күршеләренең был ҡыҙ тураһында бөтөнләй белмәүе лә башҡа һыймаҫлыҡ. Был хәл буйынса тикшереү эше башланған. Ҡатындың быға тиклем дә “ауыр йәрәхәт һалыу” тигән статья буйынса хөкөм ителгәнлеге билдәле булды. Ире полиция органдарында хеҙмәт итә.