газета "Салауат"
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2019, 10:49

Яңы ҡоролма ярҙамға килә

Өфө дауаханаһындағы яңы ҡоролма кеше организмын бер нисә секундта тикшерә.

Өфө ҡалаһындағы яңы ҡоролма кеше организмын бер нисә секундта тикшерә. Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында яңы нейрохирургия микроскопы ярҙамында операциялар яһала башланы. Учреждение оптик ҡоролма менән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә тәьмин ителә. Йылына дауаханала 700-гә яҡын нейрохирургия операцияһы яһала, уларҙың өстән бер өлөшө тап микроскоп ҡулланылып башҡарыла. Операция яҡынса дүрт-алты сәғәт дауам итә. Юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәткәндә оптик приборҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Белгестәр билдәләүенсә, пациенттың хәүефһеҙлеге юғары кимәлдә тәьмин ителә. Был дауаханала быға тиклем дә микроскоп булған, әммә ул иҫке версияла эшләй. Яңы оптик приборҙың иһә функциялары күберәк. Уны бер урындан икенсе урынға күсереүе лә еңел. Әйткәндәй, медицина учреждениеһы микроскопты "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә ала. Тармаҡ алдында ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан яфаланған пациенттарға күрһәтелгән ярҙамды камиллаштырыу бурысы ҡуйылған.Бынан тыш, йыл аҙағына тиклем компьютер, магнит-резонанс томография аппараттары ла яңыртыласаҡ. Башҡортостанға "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 16 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Маҡсат бер - 2024 йылға тиклем уртаса ғүмер оҙонлоғо 78 йәшкә етергә тейеш. Проект буйынса яман шеш, ҡан әйләнеше системаһы һәм башҡа ауырыуҙарҙан үлем күрһәткестәрен кәметеү бурысы ҡуйылған.
Читайте нас: