газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2019, 10:39

Яңы үҙәккә яңы бурыстар

Республикала Авариялы торлаҡ фондын күҙәтеү үҙәге булдырылды. Был эш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.

Республикала Авариялы торлаҡ фондын күҙәтеү үҙәге булдырылды. Был эш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды. Ойоштороусыһы - Башҡортостандың Дәүләт төҙөлөшө идаралығы. Үҙәктең етәксеһе итеп Рөстәм Иҙрисов тәғәйенләнде.

Яңы учреждение республикалағы авария хәлендәге торлаҡ фондын бөтөрөүгә бәйле сараларҙы тормошҡа ашырыуға тотондо. Ул муниципалитеттар менән бергә иҫке һәм авария хәлендәге күп фатирлы йорттарҙың реестрын булдырыу эшен башлаясаҡ.Үҙәк хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ төҙөлөш-монтаж, биҙәү эштәренең сифатын да тикшерәсәк.
Читайте нас: