Мәскәүҙә валюта алмаштырыу пунктында эшләгән ҡатын 41 миллион һумды “ыһ”та итмәй урлап ҡасҡан, тип хәбәр итә “Мәскәү” агентлығы.
Аҡсаһын долларға алыштырырға килгән бизнесмен ике сәғәт буйы тышта долларҙар килтерәсәкте көтөп йөрөгән. Пункт ишеге асылмағас, бинаны ихата яғынан ҡарамаҡсы була. Асыҡ тәҙрәне күреп, “асыҡ ауыҙ” эшҡыуар телһеҙ ҡала. Кассир миллиондарҙы ҡулға эләктереү менән һыпыртҡан.
Әле енәйәт эше асылған, кассирҙы эҙләйҙәр.