Бөгөн баш ҡалабыҙға 53-се Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашасаҡ спортсылар килә башланы.
Шулай итеп, иртәнге Өфө аэропортында иң тәүгеләрҙән булып самолеттан төшкән Венгрия спортсыларын сәләмләнеләр.
– Киләһе йылда ошондай уҡ уйындар беҙҙә лә үткәреләсәк. Шуға ҙур команда менән килдек. Был тәжрибә өсөн дә кәрәк, – ти Венгрияның Кечкемет ҡалаһының спорт делегацияһы етәксеһе Золтан Ловас.
Венгр спортсыларынан тыш, баш ҡалабыҙға Төркиә менән Швеция вәкилдәре лә килгән.