газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2019, 18:21

Баланы эт көнөндә тотҡан

Ярославль өлкәһенең Юрьевское ауылындағы бер ихатала баланы бауҙа бәйле көйө тотҡандар.

Ярославль өлкәһенең Юрьевское ауылындағы бер ихатала баланы бауҙа бәйле көйө тотҡандар.

Биш йәшлек малайҙы муйынынан бау менән бағанаға ҡуша бәйләгәндәр. Уны бындай хәлдә көтмәгәндә ҡунаҡҡа килгән опека органдары тап итә һәм шунда уҡ дауаханаға оҙата. Ғаиләлә һигеҙ бала үҫә. Уларҙың берәүһе – үҙҙәреке. Береһе – уллыҡҡа, ҡалған алтауһы опекаға алынған.

Әле ҡалған ете баланы реабилитация үҙәгенә ебәргәндәр. “Ата-әсә” үҙенең был ҡылыған малайҙың гиперәүҙем булыуы һәм һөйләшмәүе менән аңлатҡан.

Әҙәм балаларын кешесә ҡарарға ҡулдарынан килмәгәс, ни өсөн уларҙы алырға һәм эт көнөндә тоторға һуң?
Читайте нас: