Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылында була был ҡот осҡос ваҡиға. 25 йәшлек егет әсәһен, атаһын һәм ағаһын сәнсеп үлтерә...Көндөҙ кешеләр уның шәрә килеш район үҙәгенә ҡарай юлланыуын күрә. Уны кире боролорға, өйөнә ҡайтырға күндерәләр. Иҫерек егет бысаҡ менән яҡындарына ташлана. Алған яраларҙан егеттең 53 йәшлек әсәһе, 59 йәшлек атаһы һәм 30 йәшлек бер туған ағаһы шул урында йән бирә. Был эш буйынса тикшереү эше дауам итә.