Хәйруллиндарҙы ҡыҙҙарҙың береһе олатаһына шылтыратыу сәбәпле тотҡандар тигән хәбәр дөрөҫ булмай сыҡты.Журналистар менән аралашҡанда ҡатындың атаһы ла, бер ниндәй ҙә шылтыратыу булманы, тине.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡтарҙың мәғлүмәтенә ҡарағанда, Луиза үҙен-үҙе тотторған. Баҡһаң, ул үҙенең телефонын тоҡандырып, хәбәрҙәрҙе тикшергән икән. Ә тәфтишселәр ул ҙур сумма аҡса менән юғалғас та телефонын “күҙәтеү”гә ҡуйған булған. Дөрөҫөн әйткәндә, улар был ғамәлдең һөҙөмтә биреренә ышанмаған да.Ошо юл менән Луизаның ҡайҙалығын 20 июндә үк асыҡлағандар һәм ситтән күҙәткәндәр. Ҡулға алыу ни бары 4 июлдә булды. Улар тотолған фатирҙы биш көнгә ҡуртымға алған, хужабикәгә, Ҡазан аквапаркын күрергә килдек, тигәндәр.