Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендә билдәһеҙ әҙәм аҡтығы 10 йәшлек баланы көсләгән. Ул ҡыҙҙы үҙе йөрөгән велосипед менән ҡыҙыҡтырып, кеше йөрөмәгән урынға алып китә һәм мәкерле эшен ҡыла.Һуңынан ҡыҙҙы әрләп, кире алып барып ҡуя. Енәйәтсе әле тотолмаған. Ата-әсәләргә, өлкәндәр сабыйҙарын күҙ уңынан ысҡындырмаһын, сит кешеләр менән аралашмаҫҡа, һаҡ булырға өйрәтһен ине.