газета "Салауат"
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июль 2019, 18:35

Салауат дауаханаһы төҙөкләндерелә

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан быйыл республикала 10 дауахана төҙөлә. Салауат ҡалаһында күп функциялы дауахананы төҙөкләндереү ҡаралған.

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан быйыл республикала 10 дауахана төҙөлә. Салауат ҡалаһында күп функциялы дауахананы төҙөкләндереү ҡаралған.

Өфөлә Республика кардиология үҙәгенең хирургия бүлеге төҙөлә башланы. Уны 2021 йылда асыу планлаштырыла. Баш ҡалала Республика онкология клиник диспансеры янында 9 ҡатлы корпуста ла төҙөлөш бара. Яңы объект 2020 йылда сафҡа инергә тейеш.

Әле Туймазы,Дүртөйлө һәм Бөрө ҡалаларында – балалар поликлиникаһы, Салауат ҡалаһында – күп функциялы дауахана, Учалыла һәм Благовар районы үҙәге Языков ауылында – дауаханаға яңы бүлектәр төҙөлә, Октябрьскиҙа хирургия корпусы реконструкциялана. Был төҙөлөштәр “Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына – 100 объект” программаһына индерелгән.
Читайте нас: