газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июль 2019, 12:40

Баш ҡалала Шайморатовҡа һәйкәл

Башҡортостанда, шул иҫәптә Өфөлә башҡорт халҡының бөйөк улдарына һәйкәлдәр ҡуйылыуы шатлыҡлы хәл. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙған көндө Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылғайны. Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Совет майҙанында легендар генерал Миңгеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласағы тураһында белдерҙе.

– Беҙ легендар генерал, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы лайыҡлы кимәлдә билдәләргә тейешбеҙ. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Донбастағы ҡаты бәрелештәр мәлендә геройҙарса һәләк булды, – тине Радий Хәбиров үҙенең сығышында. – Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын тантаналы рәүештә фронтҡа оҙатыу 1942 йылдың 25 мартында, баш ҡаланың Совет майҙанында ойошторола. Дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов республика етәкселегенә хәрбиҙәрҙең фронтҡа китергә әҙерлеген шунда еткерҙе.

Төбәк етәксеһе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына был маҡсатта халыҡтан да аҡса йыйырға тәҡдим итте. Ҡоролтай делегаттары яңылыҡты дәррәү алҡыштар менән ҡабул итте.

Күптәр белә, әле был майҙанда – парковка урынлашҡан. Оҙаҡламай иһә унда матур парк барлыҡҡа киләсәк, мөһабәт һәйкәл ҡуйыласаҡ, ә парковка ер аҫтына күсәсәк. Тиҙ арала парк Өфө кешеләренең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының яратҡан ял һәм күңел асыу урынына әйләнер, тип көтөлә.
Читайте нас: