Өфөләге бер кеше үҙенең танышын фатирында теркәтергә була һәм бының өсөн Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итә. Хеҙмәтләндергән өсөн фәҡәт банк терминалы аша ғына түләргә мөмкин.Әммә, терминалда түләгәс, әлеге кеше аптырап ҡала: хеҙмәтләндереү хаҡы - 100 һум, ә комиссия - йәнә 100. “UfacityNews.ru” хәбәр итеүенсә, икенсе берәү ошо уҡ Үҙәккә документының күсермәһен эшләтеү өсөн ингән. Хеҙмәтләндергән өсөн терминал 10 һум һәм, шуға өҫтәп, 100 һум комиссия хаҡы алып ҡалған. Баҡтиһәң, терминалды банк һәм Үҙәк белгестәре шулай көйләгән була.