Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июль 2019, 17:26

Тәбиғи газ эшкәртеләсәк

“Газпром” беҙҙең ҡалала яңы етештереү булдырырға ниәтләүе хаҡында республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәттә апрелдә оператив кәңәшмәлә белдергәйне. «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһында тәбиғи газды этиленға һәм пропиленға эшкәртеү комплексын төҙөү буйынса һөйләшеүҙәре яңы кимәлгә сыҡты.

“Газпром” беҙҙең ҡалала яңы етештереү булдырырға ниәтләүе хаҡында республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәттә апрелдә оператив кәңәшмәлә белдергәйне. «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһында тәбиғи газды этиленға һәм пропиленға эшкәртеү комплексын төҙөү буйынса һөйләшеүҙәре яңы кимәлгә сыҡты. Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә ошо хаҡта былай тип яҙҙы:

“Беҙ “Газпром” менән “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте нигеҙендә тәбиғи газды этиленға һәм пропиленға эшкәртеү буйынса комплекс төҙөү тураһында башланғысты тормошҡа ашырыу табанға батрабыҙ. Бөгөн бик мөһим этапты үттек - протокол алдыҡ һәм уға ярашлы “Газпром” етәкселеге проект алды эштәрен финанслауҙы башлау хаҡында ҡарар ҡабул итте. Тимәк, 300 млрд һумға торошло эре проект ысынбарлыҡҡа аша башлай. Ә был Стәрлетамаҡ-Салауат-Ишембай сәнәғәт ҡалалары өсөн иҡтисади үҫеш мөмкинлеге. Инвесторға максималь уңайлы шарттар тәьмин итеү өсөн, республика өсөн киләсәктә яңы үҫеш нөктәһе территорияһында индустриаль парк булдырыу процедураһын башлайбыҙ”.


Читайте нас: