газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июль 2019, 14:36

"Оптом" эштән киткәндәр

Төбәк капиталь ремонт фондының бөтә етәкселеге эштән киткән.

- Барыһын да бөгөн үк ҡыуырға кәрәк! Шулай тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Борис Беляевтың докладын тыңлағас.Һүҙ республиканың Төбәк капиталь ремонт фонды етәкселеге тураһында бара. Беҙ көн дә телгә алған Подъездарҙы ремонтлау программаһын улар тейешенсә башҡара алмай, эш графиктан күпкә артта бара, Фонд директорының ете урынбаҫары бар икән! “Шул хәтлем урынбаҫарҙар ни эшләй унда, күпме эш хаҡы алалар? Бында ултырған министрҙарҙан да юғарыраҡтыр әле!” - тине Радий Фәрит улы. Әле Фондтың бөтә етәкселеге эштән китте, ә был ойошмала финанс тикшереүе үткәреләсәк.
Читайте нас: