Криминалистар банктан ҙур сумма урлап ғәйеп булған 35 йәшлек Луиза Хәйруллина иҫән түгел тип иҫәпләй. Был фараз ғаиләнең туғандарынан ДНК өлгөләрен алыу менән бәйле барлыҡҡа килгән. Криминалист, Мәскәү технология университеты профессоры Анатолий Белкин был турала үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашҡан. Уның фекеренсә, тәфтишселәр танылмаған кәүҙә тапҡан һәм уның Салауаттан Луиза Хәйруллина йәки уның ғаилә ағзаһы булыуы мөмкинлеген тикшерә.
“Бәлки, улар әллә ҡасандан уҡ иҫән түгелдер, ә енәйәтте йәшереү өсөн бандиттар ҡасыу уйлап сығарғандарҙыр. Әле, моғайын, үле кәүҙәләрен табып, уның кемлеген асыҡлай алмайҙарҙыр. Бәлки, батҡандарҙыр, бәлки, янғандарҙыр, бәлки, йәнлектәр ашағандыр, кем белә инде”, - тигән эксперт. Шул уҡ ваҡытта криминалистың икенсе версияһы ла бар: уның буйынса Луизаға оҡшаған документтарһыҙ ҡатын тотолған. “Луизаның бармаҡ эҙҙәре юҡ, ә ҡиәфәтен алмаштырыуы ла ихтимал. Бәлки, шуның өсөн ДНК алғандарҙыр. Минеңсә, икенсе вариант дөрөҫөрәктер”, - ти Анатолий Белкин.