Рәсәй етәксеһе Владимир Путин “Парламентаризмды үҫтереү” II халыҡ-ара форумы эшендә ҡатнашты. Сараның төп темалары - халыҡ-ара хәүефһеҙлек һәм тотороҡлолоҡто тәьмин итеү, һанлы иҡтисадты үҫтереү, йәштәр һәм экологик сәйәсәтте яйға һалыу, парламент-ара институттар эшен көйләү һ.б. Форумда 132 ил вәкилдәре, 800-гә яҡын парламентарий һәм эксперттар ҡатнашты. Араларында Парламент-ара союз президенты Габриэла Куэвас Баррон, Төркиәнең Бөйөк милли йыйылышы рәйесе Мостафа Шентоп, Панафрикан парламенты рәйесе Роже Нкодо Данг, Балтик диңгеҙенең Парламент конференцияһы рәйесе Йорген Петтерссон һ.б. ҡатнашты. “Парламентаризмды үҫтереү” I халыҡ-ара форумы былтыр Мәскәүҙә үткәйне. “Форум инде икенсе тапҡыр уҙа һәм үҙенең ҙур әһәмиәткә эйәлеген иҫбатланы. Дәүләттәрҙең парламент-ара бәйләнеше, диалогы йәмғиәт именлегендә мөһим роль уйнай”, - тине үҙ сығышында Владимир Путин.