Әйтәйек, Өфө дәүләт нефть-техник университеты юғары стипендия алырға хоҡуҡ биргән сертификат бирергә йыйына. Ә олимпиада йомғаҡтары буйынса уҡырға инеүселәр 30 мең һумлыҡ стипендияға өмөт итә ала. Башҡа юғары уҡыу йорттарында ла ошондай уҡ саралар күрелә. Был хаҡта республиканың ректорҙар шураһы рәйесе Рәмил бәхтизин белдерҙе. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ҡабул итеү комиссияларына 14 мең 500 кеше документтарын тапшырған.