1 июлдән алданған өлөшсөләр мәсьәләләрен тамырынан бөтөрөүгә йүнәлтелгән яңы ҡағиҙәләр көсөнә инә. Хәҙер фатир һатып алыусыларҙың аҡсаһы банкта һаҡланасаҡ.
Инвалид балалар өсөн пособиелар күтәрелеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Шулай уҡ июль башында, пенсия реформаһы буйынса 1964 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар һәм 1959 йылғы ир-аттар ярты йылға һуңлап пенсияға сыға башлай.
1 июлдән микрозаймдар буйынса ставкаларҙы сикләү ҡаралған, йәғни ул 1 процент менән сикләнә һәм йыллыҡ 365 проценттан артмаҫҡа тейеш.
Июль башынан аяҡ кейемдәрен маркировкалау буйынса тәжрибә старт алды. Һөт һәм һөт ризыҡтары сифаты, составы буйынса, йәғни һөт һәм составында һөт булған аҙыҡтар айырым кәштәләргә ятырға тейеш.
1 июлдән Рәсәйҙә етештерелгән машиналарҙың күпләп һатылыуын тәьмин итер өсөн төрлө программалар эшләй башлаясаҡ. Был ташламаларҙан күп балалы ғаиләләр, эшҡыуарҙар һәм беренсе тапҡыр автомобиль һатып алыусылар файҙалана аласаҡ.