Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев граждандарҙың инвалидлығын билдәләү өсөн тикшереү ғәмәлен ябайлаштырған ҡарарға ҡул ҡуйҙы. “Медицина ойошмалары менән медицина-социаль экспертиза учреждениелары араһында инвалидтарҙы ҡатнаштырмайынса электрон тәртиптә документтар алмашыуға этаплап күсеү күҙаллана”, - тиелә документта. Яңы законға ярашлы, рәсәйҙәргә мөрәжәғәт итеү менән инвалидлыҡ алыу еңеләйәсәк. Шул уҡ ваҡытта инстанциялар араһында электрон документтар әйләнешен ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә документтарҙы тултырыу ваҡыты ла ҡыҫҡарасаҡ.