Рәсәй Президенты ҡарамағындағы президиум ултырышында милли проекттар мәсьәләһе күтәрелде.Видеоконференция форматындағы кәңәшмәне Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев алып барҙы. Ул төбәктәрҙә милли проектарҙы ғәмәлгә ашырыу барышы менән ентекләп танышты. Премьер-министр билдәләүенсә, инфрастурктураны модернизациялауға байтаҡ сығымдар бүленгән. Мәҫәлән, быйыл был сумма 1,7 триллион һумдан ашыу. Аҡсаларҙың бер өлөшө бюджет-ара трансфер тураһындағы килешеүгә ярашлы төбәктәргә күсерелгән. Башҡарылған эштең һөҙөмтәлелеген арттырыуҙа электрон ҡаҙна системаһы ҙур ярҙам күрһәтә. Уның буйынса милли проекттарҙың нисек бойомға ашырылыуын асыҡ күрергә мөмкин, - тине ил Хөкүмәте рәйесе.