2020 йылдың 1 ғинуарынан индексациялау һөҙөмтәһендә пенсия күләме 6,6 процентҡа арта. Шул уҡ ваҡытта түләү күләме былтырғы инфляция кимәленә түгел, ә билдәләнгән дәүмәлгә (6,6 порцетҡа) үҫәсәк.
Бындай нормалар 2018 йылдың 3 октябрендәге “Рәсәй Федерацияһының пенсияны тәғәйенләү һәм түләү мәсьәләләре буйынса айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 350-се Федераль законда ҡарала. Йыллыҡ индексацияның ошо тәртибе (1 ғинуарҙан һәм билдәләнгән дәүмәлгә) 2025 йылға тиклем һаҡлана. Ә 2025 йылдың 1 февраленән пенсия тағы ла үткән йылғы инфляция кимәленә ҡарап индексацияланасаҡ.
Ғинуарҙа пенсия артҡас, 2020 йылда пенсия балы хаҡы 93,84 һумға етәсәк. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан страховка пенсияһына билдәләнгән түләү күләме 5 686,25 һумға тиклем арта. Федераль законға ярашлы, эшләмәгән граждандарҙың страховка пенсияһы 2021 йылдың 1 ғинуарынан – 6,3, 2022 йылда – 5,9, 2023 йылда – 5,6, 2024 йылда 5,5 процентҡа индексациялана.