Етәкселәр Рәсәй һәм Италия араһында сәйәсәт, сауҙа-иҡтисад, мәҙәни-гуманитар йәһәттән хеҙмәттәшлектең төп мәсьәләләре, шулай уҡ көн үҙәгендә торған халыҡ-ара, төбәк темалары хаҡында фекер алышасаҡ. Владимир Путин менән Джузеппе Конте Рәсәй-Италия граждандар йәмғиәте форум-диалогында ҡатнашыуы көтөлә. Бынан тыш, ил башлығы Ватиканға барасаҡ.