Кисә Өфөнөң Урмансылар паркындағы ял саҡ үлем менән тамамланмаған. Бер төркөм йәштәр парктағы майҙансыҡта шашлыҡ ҡура, байрам итә. 21 йәшлек егет менән 41 йәшлек ир нимәлер уртаҡлаша алмайынса талашып китә һәм һуғыш сыға. Һөҙөмтәлә, өлкәнерәге йәшенең башына һыра шешәһе менән һуға, аҙаҡ түшенә шампур менән сәнсә. Урынға шунда уҡ оперативниктар килә. Ғәйепле ир табыла һәм ҡулға алына. Ул быға тиклем төрмәлә ултырған Яңы Черкассы ауылы кешеһе булып сыға. Ир ғәйебен таный, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.