Килем кимәленә ҡарамай, балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйҙары булған һәр ғаилә даими рәүештә компенсация алырға хоҡуҡлы.Был законды Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ҡабул итте. Элегерәк бындай хоҡуҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә генә бар ине.
- Беҙҙеңсә, бындай компенсацияны барыһы ла алырға тейеш, - тине Константин Толкачев. - Был сара сабыйҙарға балалар баҡсаһына мөмкин булғанса күберәк йөрөү мөмкинлеге бирәсәк, шулай уҡ демография хәленә лә ыңғай йоғонто яһар, тип уйлайбыҙ. Күп балалы ғаиләләр, айырыуса ауылда йәшәгәндәр өсөн был ярҙам ярайһы ғына тойолор.
Ҡабул ителгән закон компенсация күләменә ҡағылмай. Ул элекке кеүек үк ғаиләләге балалар һанына бәйле. Беренсе бала өсөн - 20, икенсеһенә - 50, өсөнсө һәм артабанғылары өсөн - 70 проценттан кәм түгел.Әле яңы закон республика етәксеһенә ҡул ҡуйыуға йүнәлтелгән. Рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң, ул 2020 йылдың ғинуарынан көсөнә инәсәк. Ағымдағы йылда ла республика депутаттары ҡабул иткән законға ярашлы (2019 йыл өсөн) компенсацияны, килемгә ҡарамай, бөтә ғаиләләр ҙа ала ине.