Ниндәй йондоҙлоҡ аҫтында тыуыуығыҙға ҡарап, 1 июлдән 7-һенә тиклем нимәләр көтөүен белегеҙ.
Эшегеҙҙә уңыш йылмайыр. Яңғыҙҙарҙың үҙ парын осратыуы ихтимал. Күсемһеҙ милеккә бәйле мәсьәләләргә тотонмау хәйерлерәк. Туғандарығыҙ менән уртаҡ тел табыуы ауыр булыр. Башлаған ремонтығыҙҙы тамамларға кәрәк.
Башҡарып сыға алмаҫлыҡ бурыстар юҡ. Карьера баҫҡысынан үрләү мөмкинлеге бар. Шәхси тормошоғоҙҙа эштәр маҡтанырлыҡ түгел. Финанс көрсөгө кисерерһегеҙ, әммә үтескә аҡса алмағыҙ. Шәмбе дуҫтарығыҙ менән осрашырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һеҙҙе тау өйөмө кеүек эштәр көтә. Ғаиләгеҙҙә тауыш сығыр. Ял көндәрен ҡаланан ситтә уҙғарығыҙ. Электр йыһаздары менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ. Спиртлы эсемлектәр эсеүҙән тыйылығыҙ, ағыуланып ҡуйығыҙ бар.
Сәйәхәткә сығыу өсөн уңайлы мәл. Балаларығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Эштә аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыр. Кешеләргә ышаныслы булыуығыҙ арҡаһында үҙегеҙ алданыуығыҙ ихтимал. Ғаиләгеҙҙә барыһы ла яҡшы.
Аяҡ салыусыларға ҡаршы торорға әҙер булығыҙ. Аҡсаға ҡытлыҡ кисерерһегеҙ. Шау-шыулы ерҙәргә барыуҙан тыйылып тороғоҙ. Һөйгәнегеҙ менән арағыҙ һыуыныр. Фатир һатыу-һатып алыу кеүек мәсьәләләр уңышлы хәл ителер.
Эшлекле бәйләнештәр булдырыу өсөн шәп осор. Тирә-йүндәгеләрҙең фекеренә лә ҡолаҡ һалығыҙ. Аҡсағыҙҙы уңға-һулға таратмағыҙ. Баҡса эштәрен башҡарғанда арҡағыҙҙы һаҡлағыҙ, өҙлөгөп ҡуйыуығыҙ бар. Йома шатлыҡлы хәбәр алырһығыҙ.
Кәйефегеҙ бер күтәрелер, бер төшөр. Бизнес буйынса партнерығыҙҙың хатаһы арҡаһында ҙур аҡсанан ҡолаҡ ҡағыуығыҙ ихтимал. Был осорҙа юғары ҡан баҫымынан яфаланғандарға айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк.
Уңышлы осор көтә. Эш һөйөүегеҙҙе хеҙмәт урынында ла һиҙерҙәр. Яңы вазифаға үрләү мөмкинлеге бар. Шаршамбы эре әйбер һатып алыу отошло булыр. Аҙна аҙағы көтөлмәгәнерәк тамамланыр - шикле хәбәр ишетерһегеҙ.
Коллективта мөнәсәбәттәр ҡатмарлы булыуында үҙегеҙ ғәйепле. Шишәмбе дуҫығыҙ менән һөйләшеү күңелегеҙҙе төшөрөр. Ял көндәрен алданыраҡ планлаштырығыҙ. Шишәмбе руль артына ултырыу кәңәш ителмәй.
Был аҙнала мөһим шылтыратыу алырһығыҙ. Яҡындарығыҙ менән бәхәскә инерһегеҙ, ахырыһы. Алыҫтан күптән көткән ҡунаҡтарығыҙ килеп төшөүе бар. Эштә отпуск алығыҙ. Спорт менән шөғөлләнеүҙән энергия алырһығыҙ.
Күптән дуҫлашып йөрөгән йәрегеҙ менән ташлашырһығыҙ. Эре эштәргә тотонмағыҙ һәм бер ниндәй мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуймағыҙ. Хроник ауырыуҙарығыҙ ҡуҙғып йонсотор. Иң уңышлы көнөгөҙ - дүшәмбе.
Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмағыҙ, ҡыйыуыраҡ булығыҙ. Планлаштырылған булһа ла, йомалағы осрашыуҙы икенсе ваҡытҡа күсерегеҙ. Йәкшәмбе ваҡиғалар икенсе боролош алыр. Өҫтәмә килем сығанағы табыу кеҫәгеҙҙе ҡалынайтыр.