Тиҙҙән Ишембай - Салауат йүнәлешендә Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе еңел генә үтеп булмаясаҡ. Унда 1 июлдән 20-һенә тиклем транспорт хәрәкәте сикләнә. Ҡала хакимиәтендә был хәлде күперҙә ремонт эштәре башҡарылыу менән аңлаталар. Уны "Реском" ойошмаһы башҡара. Был юл участкаһында транспорт хәрәкәтен көйләү өсөн ваҡытлыса техник саралар ҡуйыласаҡ. Килеп тыуған уңайһыҙлыҡтар өсөн Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте ғәфү үтенә.